Хөрмәтле китап уҡыусылар!

mnJVVTBK5YcZ815Ot0tfxE

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенән килгән яңы китаптар менән таныштырыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ.

      Декабрь айында башҡорт әҙәбиәте белгесе, яҙыусы, филология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Мирас Иҙелбаев үҙенең 75 йәшлек оло юбилейын билдәләне. Тынғыһыҙ әҙәбиәтсе өс йөҙҙән ашыу фәнни хеҙмәт, күп кенә монографиялар, уҡытыу-методик әсбаптар һәм юғары уҡыу йорттары, урта мәктәптәр өсөн башҡорт әҙәбиәте буйынса дәреслектәр авторы. Уның фәнни эшмәкәрлеге боронғо һәм урта быуат төрки әҙәбиәтен, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадын, башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу теорияһын өйрәнеүгә һәм уҡытыуға бағышланған. Башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы буйынса күп кенә дидактик эштәр алып бара, шулай уҡ 6 томдан торған монументаль «Башҡорт әҙәбиәте тарихы»ның авторҙарының береһе һанала.

      Мирас Хәмзә улы яҙыусы булараҡ та билдәле. Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тарихын төплө өйрәнеп, уҡыусылар хөкөмөнә бай йөкмәткеле әҫәрҙәрен сығарҙы. Мирас Иҙелбаевтың «Иҙел йорт» романының «Сәсән әйтмәй, кем әйтһен…» тип аталған икенсе китабында Башҡортостандың XVI быуат урталарындағы хәл-ваҡиғалар сағылдырыла. Үҙәктә — ижады һәм ижтимағи эшмәкәрлеге заманының киҫкен һәм ҡатмарлы шарттарына тура килгән атаҡлы Ҡобағош сәсән образы.